Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

...

...

Новое на сайте

Объявление

 
Дата: 02.11.2017

23 сентября 1935 года открылся первый музей в нашем районе - Бижбулякский краеведческий музей

 
Дата: 25.09.2017

В читальном зале Центральной районной библиотеки прошла читательская конференция "В.Г. Распутин - судьба и творчество"

 
Дата: 22.09.2017

БИЭМ посетили студенты филиала ГБПОУ БКМЭ

 
Дата: 20.09.2017

В.А. Чернов стал участником Международного военно-исторического фестиваля "День Бородина-2017"

 
Дата: 13.09.2017

Календарь

«  Январь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031

Облако тегов

Поиск

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

...






452040, Российская Федерация, 
Республика Башкортостан, 
Бижбулякский район, 
с. Бижбуляк, 
ул. Шоссейная, 12А
телефон: 8 (34743) 2-14-27 




Включить версию для слабовидящих

Воскресенье, 28.04.2024, 22:13
Вы вошли как Гость | Группа "Гости" RSS
МАУК Бижбулякское музейное объединение (6+)

Главная | Регистрация | Вход
Главная » 2015 » Январь » 29 » Үҙең тураһында хәтер һаҡла
10:48
Үҙең тураһында хәтер һаҡла

Үҙең тураһында хәтер һаҡла

Төбәк етәкселеге тарихҡа һаҡсыл ҡараш булдырған, олуғ шәхестәрен ихтирам итә. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Арефьева белдереүенсә, һәр кем үҙенең тыуған яғының тарихын белергә тейеш. Район үҙәге Бишбүләктә – тарих-этнография, Дүсән ауылында – илсе Кәрим Хәким, Айытта фронтовик-шағир Фәтих Кәрим музейы эшләй.
Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған Милли музей филиалы – Бишбүләк тарих-этнография музейы директоры Роза Иванова түбәндәгеләрҙе һөйләне:


– “Хәҙер халыҡ музейға йөрөймө?” ти­гән һорауҙы йыш ише­тергә мөмкин. Музей төнөндә генә беҙгә 300-ҙән ашыу кешенең килеүе күпте һөйләй. Ә йылына уртаса өс мең тирәһе ҡунаҡ ҡаршы алып оҙатабыҙ.
Әҙәм балаһы үҙенә күрә эҙәрмән, күңе­ленә нимә тынғылыҡ бирмәй, шул турала белергә ынтыла, төрлө сығанаҡтан мәғлү­мәт туплай. Мәктәп уҡыусыларын күреү – беҙ­ҙең өсөн оло шатлыҡ. Үҫмер компьютер менән дә дуҫ булһын, Интернет киң­лек­тә­рен дә рәхәтләнеп гиҙһен, шул уҡ ваҡытта рухи аҙыҡ тураһында ла онотма­һын ине.
Фондта биш меңгә яҡын экспонат иҫәп­ләнә, уларҙың һәр береһен күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Былтыр тағы 200 данаға байыныҡ. Һуңғы ваҡыт­тағы табыш – XIX быуатта эшләнгән күҙ яуын алырлыҡ ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре. Районы­быҙҙа ҡы­ҙыҡ­һыныусанлығы менән билдә­ле бер ағай бар, ул бүләк итте. Иң боронғо ҡомартҡыларҙың береһе – 1890 йылғы сә­ғәт. Ул текелдәп эшләмәһә лә, иң түрҙә урын алған. Сыуаш халҡының туй күлдәге һаҡлана.
Әйткәндәй, йыл да “Музейға экспонат бүләк ит, үҙең тураһында хәтер һаҡла!” тип аталған акция ойошторабыҙ. Халыҡтың уға ихлас ҡушылыуы киләсәккә ышанысты арттыра, дәртләндерә.
Кешеләрҙе музейға ылыҡтырыу буйын­са төрлө саралар даими үткәрелә. Тематик экскурсиялар уҙа, олоһо ла, кесеһе лә күргәҙ­мәләргә ихлас йөрөй. Шулай уҡ юбилей кисәләрен дә онотмайбыҙ, бүтән төрлө тантаналар ҙа йыш ойошторола.
Төбәктә ғүмер кисергән һәр милләттең бай тарихы, ҡыҙыҡлы ғөрөф-ғәҙәте, үҙен­сә­лекле көнитмеше менән беҙҙә таны­шыр­ға мөмкин. Башҡорт, сыуаш, татар, урыҫ һәм башҡа халыҡтарға арналған мө­йөштәр – шуға асыҡ миҫал.
Ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙек – район хакимиәте булдырған грантты алдыҡ.

 

И. МӨХӘМӘТОВ яҙып алды.
Район: Бишбүләк районы.
Материал взят с сайта: http://bashgazet.ru/obshestvo/16454-e-turaynda-hter-ala.html
 
Категория: Обзор СМИ | Просмотров: 779 | Добавил: Администратор | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar

Copyright MyCorp © 2024